Ринат Хәйриҙең тыуына 75 йыл
Февраль 10, 2025
Просмотров: 105
Республиканың Ғәлимов Сәләм исемендәге йәштәр премияһы лауреаты, шағир ,публицист, прозаик Ринат Хәйриҙең тыуына 75 йыл айҡанлы 2025 йылдың 7 февралендә ауылдашыбыҙ республиканың Ғәлимов Сәләм исемендәге йәштәр премияһы лауреаты,танылған шағир,журналист Ринат Хәйриҙең "Исемең халҡыбыҙ күңеленә уйылған," тип исемләнгән хәтер кисәһе ,башҡорт теле уҡытыусыларының семинары уҙҙы. Сарала республиканың билдәле шағирҙары,журналистар,шағирҙың тормош иптәше Айһылыу апай,ҡыҙы Ләйсән ,районыбыҙҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, башҡорт теле уҡытыусылары ҡатнашыуы уҡыусылар,ауылдаштар күңелендә матур тәьҫораттар ,онотолмаҫ хистәр ҡалдырҙы.