День башкирского языка

#МиллиКейемКөнө2022. #ДеньНациональногоКостюма2022

https://vk.com/video141238593_456239063

https://vk.com/video141238593_456239062

https://vk.com/wall144586400_1173

  

 14 декабрҙә республикала Башҡорт теле көнө уҙғарыла. Дата 2019 йылда Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың рәсми указы менән башҡорт телен һаҡлау, яҡлау һәм үҫтереү маҡсатында индерелде. Башҡорт халҡының бөйөк улы — шағир-мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөндә билдәләнә. 

   Ошо айҡанлы, иҫтәлекле даталарға арналған ҡыҙыҡлы һәм йөкмәткеле саралар бер йүнәлешле буласаҡ - “Ете аҙым” концепцияһына берләштереләсәк, бөйөк Аҡмулланың “Нәсихәттәрен”дә билдәләнгән ете рухи ҡиммәткә таянып тормошҡа ашырыласаҡ. Марафонға старт 7 декабрҙә бирелә. Артабан ете көн дауамында ете төшөнсәнең асылы, мәғәнәһе яҡтыртыла барасаҡ һәм Башҡорт теле көнөнә тиклем дауам итәсәк. 

     Һәр көн бер төшөнсәгә бағышланасаҡ ( 7 декабрҙә –«Башҡорт теле – иманлы тел», 8 декабрҙә – «Башҡорт теле – күңелем көҙгөһө», 9 декабрҙә – «Башҡорт теле – аҡыл теле», 10 декабрҙә – «Башҡорт теле – шөкөр тел», 11 декабрҙә – «Башҡорт теле – әҙәпле тел», 12 декабрҙә «Башҡорт теле – сабырлыҡ теле», 13 декабрҙә – «Башҡорт теле – ихлас тел»).Ошо ете көн эсендә бик күп мәғәнәле, матур саралар уҙасаҡ. 14 декабрҙә уҡыусылар өсөн башҡорт теленән берҙәм онлайн-дәрес үтәсәк.

7.12.21. Башҡортостан Республикаһы етәкселеге ҡарары менән 14 декабрь көнө – башҡорт теле көнө билдәләнә. Быйыл байрам саралары башҡорт халыҡ сәсәне , мәғрифәтсе М.Аҡмулланың “Нәсихәттәр ”шиғырына нигеҙләнгән “Ете аҙым”марафоны сиктәрендә ойошторола. Бөгөн, йәғни 7 декабрҙә, марафонды “Башҡорт теле - иманлы тел" көн девизы менән башлап ебәрҙек. " "Иманлы кеше ниндәй була" акцияһы сиктәрендә 8-се класс уҡыусыһы Латыпова Зөһрә РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы алдынғыһы, педагогик хеҙмәт ветераны Ғәлиева Ғәлимә Мансур ҡыҙы менән интервью ойошторҙо. Ғәлимә Мансуровна уҡыусыларға өгөт-нәсихәттәр биреп, иманлы булыу – йәмғиәттең канундарына буйһоноп, "Яҡшы һүҙ-йән аҙығы " тигән мәҡәлде онотмайынса,илһөйәр булып,бер-береңде хөрмәт итеүҙән ғибәрәтлеген аңлатты, бик матур теләктәрен еткерҙе. Уҡыусылар үҙ- ара фекер алышып, башҡортса йырҙар йырлап, “Шиғырҙы дауам ит” уйынын уйнап, күтәренке кәйеф менән таралдылар.

8.12.21. "Башҡорт теле- күңелем көҙгөһө" девиз менән башлап ебәрҙек марафондың икенсе көнөн.Уҡыусылар Аҡмулланың шиғырҙарын уҡыны, Башҡорт теле көнөнә арналған стена гәзиттәре конкурсы уҙғарылды.



Школьный конкурс на лучшее оформление кабинета английского языка (уч-ся 9 класса, кл. рук Галаутдинова А.М.)



09.12.2021. Бөгөнгө көндөң девизы: "Башҡорт теле - аҡыл теле".Мәҡәлдәрҙә - халыҡ аҡылы" акцияһы сиктәрендә уҡыусылар, уҡытыусылар аҡыл тураһындағы мәҡәлдәрҙе аңлауҙарын, үҙ ҡараштарын, фекерҙәрен еткерҙе.






10.12.21.  “Башҡорт теле – шөкөр тел” бөгөнгө көндөң девизы. Уҡыусылар менән “ Ә һеҙ шөкөр итә беләһегеҙме?” темаһына әңгәмә ойошторолдо. Төрлө фекерҙәр әйтелде. “Кешегә бәхет өсөн бик аҙ кәрәк. Донъяла ябай булып, кешелекле булып ҡала белеү, тыуған һәр иртәгә йылмайыу, бөгөн , аяуһыҙ пандемия ҡоторған осорҙа, сәләмәт булғанға шөкөр итә белеү - бәхет. Кешенең тормошо, йәшәү рәүеше, уйҙары, фекер йөрөтөүе – барыһы ла үрнәкле булырға тейеш.Бер-береңә ярҙам итеү, ғәфү итә белеү, тырышып уҡыу һәм бар әйберҙән дә ҡәнәғәт булыу-ул шөкөр”,-тигән йомғаҡ яһалды .
   Башҡорт дискотекаһын уҡыусылар шатланып көтөп алдылар.Ә иң мөһиме, береһе лә тартынып торманы, заманса башҡорт көйҙәренә битараф ҡалып, ситтә ҡарап тороусылар булманы – бөтәһе лә бейергә төшөп, күңел астылар.


12.12.21. “Башҡорт теле- сабырлыҡ теле” девизы аҫтында үткән башҡорт теле марафонының алтынсы көнөндә уҡыусылар ҡәләм тирбәтеп ҡаранылар.Әлбиттә, бар кеше лә шағир була алмай, әммә ҡалыпҡа таянып, матур итеп ижад ителгәндәре лә булды.Афарин, уҡыусылар!!!
Шулай уҡ 5-8-се  класс уҡыусылары Аҡмулла диктантында үҙ көстәрен һынаны.



13.12.21.#Етенсекөн#башҡорттелеихластел2021 
  “Башҡорт теле – ихлас тел” девизы менән үтте  марафондың етенсе көнө. “Тапҡырҙар менән Шаяндар” интеллектуаль уйынында 2 команда үҙ- ара  көс һынашты.Уйындың йомғағы буйынса  командалар тигеҙ мәрәй йыйҙы, һәм дуҫлыҡ, татыулыҡеңде.
Ете көнлөк марафонға йомғаҡ яһалды, уҡыусылар Почет грамоталары, сертификаттар менән бүләкләнде.



















Информационный буклет, посвященнйы родному языку.doc

      21 февраль Халыҡ-ара туған көндәр көнө айҡанлы беҙҙең мәктәп уҡыусылары,уҡытыусылары флешмбҡа ҡушылды,мәҡәлдәр әйтеште,информацион  буклеттар сығарҙы.Шулай уҡ бөгөн,21 февраль көндө, башланғыс,5,6,8-се  класс уҡыусылары берҙәм башҡорт теле дәресе ҡарап,фекер алышып ,туған телдең белем асҡысы,аҡылдың басҡысы икәненә тағы ла бер ҡат инандылар.










https://youtu.be/82Yk4dQmis

https://youtu.be/hwnWZigmauo

https://www.instagram.com/tv/CaO8Jn8A592/?utm_medium=copy_link