14 декабрь - Башҡорт теле көнө!

Декабрь 12, 2025 Просмотров: 129
14 декабрҙә Башҡортостанда Башҡорт теле көнө билдәләнә. Байрам датаһы осраҡлы һайланмаған: ул күренекле төрки шағиры һәм мәғрифәтсеһе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөнә тап килтерелгән. 
Башҡорт теле көнөн байрам итеү алдынан Рсай АУЫЛЫ УРТА ДӨЙӨМ БЕЛЕМ БИРЕҮ МӘКТӘБЕНЕҢ 4 һәм 6 класс уҡыусылары башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы менән бергә башҡорт теле тураһында иҫ киткес музыкаль-шиғри композиция әҙерләне. Уҡыусылар йырҙар йырланы, гармунда уйнаны, моңло, матур башҡорт телен маҡтаған шиғырҙар уҡыны.
Маҡсатыбыҙ: Рәсәй халыҡтарының тел төрлөлөгө ерлегендә башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү.
#Башҡорттелекөнө2025