"Башҡортостан " гимны
(Дамир Әҙелбаев һүҙҙәре һәм көйө)
1.Ҡояш сыға тау артынан
Уяна йоҡонан
Башҡортостан иле.
Ергә ҡояш нурын сәсә
Һәм беҙгә өндәшә
Аңлашыла теле.
Ҡушымта:
Азат һинең илең,
Моңло һинең телең
Мәңге йәшә тимен был ерҙә.
Ҡурайың һынмаһын,
Йырҙарың тынмаһын,
Телең онотолмаһын ғүмергә.
2.Көрәш әле туҡталмаған,
Ләкин юғалмаған,
Еңеүгә ышаныс.
Йөрәк тағы нығыраҡ тибә
Уйҙар алға илтә
Күңелдә ҡыуаныс.
Ҡушымта:
Азат һинең илең,
Моңло һинең телең
Мәңге йәшә тимен был ерҙә.
Ҡурайың һынмаһын,
Йырҙарың тынмаһын,
Телең онотолмаһын ғүмергә.
(Дамир Әҙелбаев һүҙҙәре һәм көйө)
1.Ҡояш сыға тау артынан
Уяна йоҡонан
Башҡортостан иле.
Ергә ҡояш нурын сәсә
Һәм беҙгә өндәшә
Аңлашыла теле.
Ҡушымта:
Азат һинең илең,
Моңло һинең телең
Мәңге йәшә тимен был ерҙә.
Ҡурайың һынмаһын,
Йырҙарың тынмаһын,
Телең онотолмаһын ғүмергә.
2.Көрәш әле туҡталмаған,
Ләкин юғалмаған,
Еңеүгә ышаныс.
Йөрәк тағы нығыраҡ тибә
Уйҙар алға илтә
Күңелдә ҡыуаныс.
Ҡушымта:
Азат һинең илең,
Моңло һинең телең
Мәңге йәшә тимен был ерҙә.
Ҡурайың һынмаһын,
Йырҙарың тынмаһын,
Телең онотолмаһын ғүмергә.