“Башҡорт теле көнө”нә старт бирелде
Декабрь 9, 2021
Просмотров: 41
Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хабиров Указына ярашлы 14 декабрь – Башҡорт теле көнө. Быйылғы йылда М. Аҡмулланың тыуыуына 190 йыл булыуға бағышлана. Ошо айҡанлы бөгөндән республикабыҙҙың бөтә белем биреү учреждениеларында башҡорт телен һаҡлауға бағышланған акциялар үткәрелә башланы. 7 декабрҙән алып 14 декабргә тиклем һәр көн Аҡмулланың бер нәсихәт төшөнсәһен асып биреүгә бағышлана һәм был акция “7 аҙым” тип атала.
Беҙҙең Рсай урта мәктәбе лә был акцияға ихлас ҡушылды. Ошо уңайҙан 7 декабрҙә, уҡыусылар әҙерлек эштәренең барышы менән танышты, үтәсәк сараларҙы барланы, яуаплы кешеләр билдәләнде.
2-се класс уҡыусылары М. Аҡмулла тураһында мәғлүмәт алды.